ЙӨКЛӨ КҮБӘЛӘК (Ascalaphus macaronius), селтәр ҡанатлылар отрядының көндөҙгө күбәләктәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Кавказ аръяғында, Көнбайыш Себер, Урта Азия, Ҡаҙағстан, Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяғында таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 20 мм тиклем, ҡара йөндәр м‑н ҡапланған. Ҡанаттары ярылы, алғылары — төбөндә һары төҫтә, өҫкө өлөшөндә үтә күренеүсән, ҡараһыу таптар бар; артҡылары — һары төҫтә, төбөндә һәм осонда ҡара биҙәк бар. Күҙҙәре йыйырсыҡ м-н ике өлөшкә бүленгән. Мыйығы оҙон, осонда суҡмар рәүешендәге бер аҙ киңәйгән. Енси диморфизм күҙәтелмәй. Йомортҡаларын үлән һабаҡтарына һала. Ҡарышлауыҡтары таштар йәки ҡойолған япраҡтар аҫтында йәшәй, ҡомло тупраҡта йомро ебәк ҡуҙыларҙа ҡурсаҡлана. Ҡурсаҡтың үҫеше 3 аҙна тирәһе бара. Өлкән бөжәк июнь аҙағынан июлгә тиклем оса. Й.к. һәм уның ҡарышлауыҡтары — йыртҡыс, ваҡ бөжәктәр һәм уларҙың ҡарышлауыҡтары м‑н туҡланалар. БР‑ҙа урман‑дала һәм дала райондарында осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

В.А.Книсс, М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018