ЙОҠ-КАМА ЗАВОДЫ, 1746 й. Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы башҡорттары ерҙәрендә Кама Йоғо й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында А.Г.Строганов (ҡара: Строгановтар) тарафынан баҡыр иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары: Строгановтар, 1823 й. алып В.П.Бутеро-Родали, 1864 й. — Шуваловтар; 1918 й. национализациялана. Йоҡ-Кама тау округына ингән. 1748 й. эшләй башлай. 6 баҡыр иретеү мейесе, 6 крица горны, 6 йәйеү сүкеше була. 18 б. заводта 44,3 мең бот баҡыр иретелә, 1767 й. — 1,6 мең бот, 1789 й. — 288 бот баҡыр. 1793 й. баҡыр иретеү туҡтатыла. 1845 й. заводта пудлинглау индерелә, пар сүкештәре, үҙенән-үҙе өрҙөрөүсе пудлинг, табаҡ йәйеү, иретеп йәбештереү һәм тигелле мейестәр ҡуйыла. Вагранкалы ҡойоу оҫтаханаһы, мартен цехы асыла, ашлыҡ һуҡҡыс һәм уға приводтар етештереү яйға һалына. 20 б. башында завод сортлы тимер (400 мең бот), түбә ҡалайы (20 мең бот), һауыт-һаба, һабан өсөн һ.б. тимер сорттары (яҡынса 100 мең бот), ш. уҡ ашлыҡ һуҡҡыстар, сынйырҙар, якорҙар һ.б. етештерә. Граждандар һуғышы йылдарында ҡыйратыла. 1924 й. завод аяҡҡа баҫтырыла. Й.-К.з. нигеҙендә “Йоҡ-Кама машиналар эшләү заводы” ЯСЙ ойошторола. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Пермь крайының Йоҡ-Кама ҡасабаһы урынлашҡан.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018