ЙОҠ (КНАУФ) ЗАВОДЫ, 1731 й. Уҫы даруғаһы Танып улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Йоҡ й. (Ирень й. басс.) буйында П.И. һәм Г.П. Осокиндар тарафынан баҡыр иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Осокиндар, 1804 й. алып А.А.Кнауф, 1828 й. — ҡаҙна, 1853 й. — Кнауф тау заводтары акционерҙар компанияһы. Кнауф тау округына ингән. 1733 й. эшләй башлай. 1809 й. 6 баҡыр иретеү һәм 2 шплейзофен мейесе, 2 гармахер һәм штык горны, пар машинаһы була. 1863 й. 13 рудник ҡарай. 18 б. аҙ. завод 48,8 мең дисәтинәгә яҡын ер биләй. 1772 й. 850 мастеровой һәм эшсе кеше, 1193 заводҡа беркетелгән крәҫтиән, 1862 й. 382 эшсе (ҡара: Эшселәр синыфы) иҫәпләнә. Эшләү дәүерендә заводта яҡынса 166,7 мең бот баҡыр иретелә; 1811—20 йй. — 66,1 мең бот, макс. етештереүсәнлек — 6,3 мең бот (1815). Штык баҡыры Курашим һәм Биҙәр заводтарынан килтерелгән ҡара баҡырҙан етештерелгән; уның бер өлөшө сит илгә сығарылған. Саф штык баҡыры аҡса һуғыу өсөн Екатеринбург ҡ. оҙатылған. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) осоронда завод 1 йыл эшләмәй, 130‑ға яҡын крәҫтиән баш күтәреүселәргә ҡушыла. 1860 йй. башында крица тимере етештереү үҙләштерелә. 1871 й. баҡыр етештереү туҡтатыла; 5,9 мең бот буй крица тимере иретелә. 1875 й. ябыла. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Пермь крайының Калинино а. урынлашҡан.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018