ЙЫЛАЙЫР ЯЙЛАҺЫ, Көньяҡ Урал яйлаһы, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көньяғында, төньяҡта Ағиҙел й. киңлек ағымы, көньяҡта Гөбөрлө тауҙары, көнбайышта Оло Эйек й. үҙәне, көнсығышта Һаҡмар й. тиклемге арала урынлашҡан. Бейеклеге диңгеҙ кимәленән 300‑ҙән 600 м тиклем. Көнсығыш өлөшөндә рельефы тигеҙ, көнбайышында тауҙар теҙмәһе урынлашҡан. Тулҡынлы‑убалы киң йылға аралары тәрән йылға үҙәндәре м‑н берләшә. Денудация һәм карст процестары хас. Мораҡ депрессияһына һәм Йылайыр синклинорийына тура килә. Й.я. үҙәк өлөшө өҫкө девондың полимикт алевролиттарынан һәм ҡомташтарынан, көнбайыш өлөшө – аҫҡы карбон эзбизташтарынан, көнсығышы – ордовиктың кварцит-ҡомташтарынан, силур һәм девондың күмерле‑балсыҡлы һәүерташтарынан тора. Ландшафы һоро тау‑урман тупрағындағы ҡайын, имән, саған‑йүкә‑ йыла, ҡарағас ҡатыш ҡарағай урмандарынан; типик һәм йыуылған ҡара тупраҡтағы болондарҙан һәм ҡыуаҡлы далаларҙан ғибәрәт. Й.я. көнсығыш сите буйлап имән һәм йүкә урмандарының сиге үтә. Мораҙым тарлауығының тәбиғи паркы, Эйек заказнигы һәм Шайтантау заказнигы ойошторолған. Оло һәм Кесе Энәк йй. шишмә бағыры резерваты, Дөр‑Дөр тауындағы шыҡтым ҡыуаҡлығы, Аҙаҡлы й. тамағындағы Кесе Һүрәм й. үҙәне, Әлйән, Канонников һәм Маяҡтау тауҙары — тәбиғәт ҡомартҡылары.

И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.