ЙӨҘ ҘӘ ЕТМЕШЕНСЕ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ, 1939 й. Стәрлетамаҡ ҡ. ойошторола. Дивизия составында 361‑се, 422‑се, 717‑се уҡсылар, 512‑се гаубица‑артиллерия һәм 294‑се еңел артиллерия полктары, айырым 210‑сы артиллерия һәм 286‑сы зенит дивизиондары, 134‑се разведка, 210‑сы элемтә һәм 186‑сы мед.‑санитар батальондары була. Урал хәрби округы, 1941 й. июненән Көнбайыш фронттың 22‑се, сент. башлап Резерв фронтының 24‑се армиялары составына инә. Бөйөк Ватан һуғышы барышында Невель оборона операцияһында ҡатнаша. 1941 й. окт. таратыла. Ком.: ген.‑майор Т.К.Силкин (1939 й. алып), полк. Н.М.Ласкин (1941 й. июль—окт.).

Әҙәб.: Бикмеев М.А. Дивизии Башкортостана на фронтах Великой Отечественной войны. Уфа, 2005.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев