ЙӨҘ ҘӘ УТЫҘ ДҮРТЕНСЕ УҠСЫЛАР БРИГАДАҺЫ, 1943 й. ғин.—мартында оборона халыҡ комиссары урынбаҫары ген.‑полк. Е.А.Щаденко директиваһы б‑са БАССР‑ҙың Ҡандра (Ҡандра р‑ны) һәм Бүздәк (Бүздәк р‑ны) т. юл ст. ойошторола. Бригадаға 5‑се уҡсылар һәм пулемёт батальондары, артиллерия һәм танкыға ҡаршы истребитель дивизиондары, айырым разведка һәм сапёр роталары инә. Бригада Көньяҡ Урал хәрби округы ғәскәрҙәре, апр. алып Калинин фронтының 68‑се армияһы составында була. Майҙа бригада нигеҙендә 157‑се уҡсылар див. ойошторола. Бригада ком. — полк. Голубев.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.