ЙӨҘ ҘӘ ЕГЕРМЕ ДҮРТЕНСЕ УҠСЫЛАР БРИГАДАҺЫ, 1942 й. апр. Юғары Баш командалығы ставкаһының директиваһы б‑са БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Аксаков т. юл ст. ойошторола. Бригада составына айырым артиллерия, танкыға ҡаршы истребитель һәм миномёт дивизиондары, 4 уҡсылар батальоны, элемтә батальоны, разведка һәм сапёр роталары, һауа оборонаһы взводы инә. 124‑се уҡсылар бригадаһы Көньяҡ Урал хәрби округы, майҙан алып Сталинград фронтының 1‑се резерв, авг. — 62‑се, 1943 й. ғин. башында 66‑сы армиялары, ғин. аҙағынан — Калинин фронтының 39‑сы армияһы, окт. — 1‑се Балтик буйы фронты составында була. Бөйөк Ватан һуғышы барышында Сталинград алышында (1942—43) ҡатнаша. 1944 й. ғин. башында таратыла, уның частары Көнбайыш фронт составына инә. Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1943). Бригада ком.: полк. С.Ф.Горохов (1942 й. апр. алып), полк. Малагашвили (1943 й. февр. алып).

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.