ЙӨҘ ҘӘ УН ӨСӨНСӨ КАВАЛЕРИЯ ДИВИЗИЯҺЫ, 1942 й. ғин.—мартында СССР Дәүләт оборона ком‑тының 1941 й. 13 нояб. ҡарары б‑са БАССР‑ҙың Благовещен р‑нында ойошторола. Дивизия составында 276‑сы, 295‑се, 314‑се кавалерия полктары, 113‑сө айырым химик һаҡланыу эскадроны һәм 113‑сө мед.‑санитар взводы була. Көньяҡ Урал хәрби округына инә. 1942 й. апр. таратыла. Див. нигеҙендә 9‑сы запас кавалерия полкы ойошторола (Туймазы ҡ.), бер өлөшө (1000‑гә яҡын кеше) 112‑се Башҡ. кавалерия див. ебәрелә (ҡара: Чернигов кавалерия дивизияһы).

Әҙәб.: Йөҙ ҙә етмешенсе уҡсылар дивизияһы мәҡ. ҡарағыҙ.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018