“БАШҠОРТОСТАН УРАЛЫ”, биосфера резерваты. 2012 й. ЮНЕСКО ярҙамы м‑н ойошторола. “Б.У.” м‑н идара итеүҙе Координация Советы алып бара. Бөрйән, Ишембай, Йылайыр, Күгәрсен һәм Мәләүез р‑ндары терр‑яһында Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүендәге Үрек, Нөгөш һәм Ағиҙел йй. араһында урынлашҡан. Бер‑береһенә һыйынып ыҡсым урынлашҡан 5 махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһен үҙ эсенә ала: Шүлгәнташ ҡурсаулығы, Башҡортостан милли паркы, Мораҙым тарлауығы тәбиғи паркы, “Алтын Солоҡ” һәм Эйек заказниктары. Майҙаны — 345,7 мең га, терр‑яһының яҡынса 90%‑ын урман ҡаплаған. Рельефы убалы, таулы, йылға үҙәндәре м‑н йырғыланған. Карст үҫешкән, мәмерйәләр күп (166): Күлйорттамаҡ, Сумған, Шүлгәнташ, Яңы Мораҙым һ.б. Тау‑урман һәм дала зоналарында ята. Киң япраҡлы (йүкә, саған, имән) һәм асыҡ ылыҫлы, ваҡ япраҡлы гемибореаль үләнле урмандар, дымлы, ҡоро болондар һәм тау далалары таралған. Тау йылғалары ярҙарының төньяҡ битләүҙәрендә реликт булған бореаль ҡара ылыҫлы төркөмдәрҙең участкалары һаҡланған. 1800‑ҙән ашыу үҫемлек төрө иҫәпкә алынған, шуларҙың 895‑е — ҡатмарлы төҙөлөшлө көпшәле үҫемлектәр, ш. иҫ. 34 эндемик һәм 30 реликт; 237‑һе — мүк һымаҡтар, 302‑һе — лишайниктар, 201‑е — бәшмәктәр, 202 төрө — ылымыҡтар һәм цианобактериялар. “Б.У.” терр‑яһында БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән үҫемлектәрҙең 56 һирәк төрө үҫә, шуларҙың 12‑һе РФ‑тың Ҡыҙыл китабына ингән. 2150‑нән ашыу хайуан төрө йәшәй, шуларҙың 1800‑ө – умыртҡаһыҙҙар, 31‑е — балыҡтар, 9‑ы — ер‑һыу хайуандары, 9‑ы — һөйрәлеүселәр, 237‑һе — ҡоштар, 71‑е — имеҙеүселәр; БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына – 84, РФ‑тыҡына — 40, Европа һәм Берн конвенцияһының ҡыҙыл исемлектәренә 177 төр индерелгән. “Б.У.” составында Европа әһәмиәтендәге “Ағиҙел‑Нөгөш аралығы” һәм “Үрек” исемле 2 айырым орнитология терр‑ялары бар. “Б.У.” 3 зонанан тора: биол. төрлөлөктө һаҡлау функциялары булған төп зона; төп зона участкаларын кире йоғонтоларҙан һаҡлаған, тәртипле туризмды үҫтергән буфер зонаһы; тәбиғәтте рациональ файҙаланған һәм төбәктең соц.‑иҡт. үҫешенә булышлыҡ иткән күсеү зонаһы. Резерватта бөрйән солоҡ ҡорто генофондын һаҡлау һәм башҡ. халҡының һирәк осрай торған кәсебен — солоҡсолоҡто тергеҙеү б‑са эштәр алып барыла. “Б.У.” археологик ҡомартҡыларында башҡорттарҙың мәҙәниәт һәм көнкүреш элементтары һаҡланған (Шүлгәнташ мәмерйәһе һ.б.); резерват терр‑яһы м‑н башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡылары (“Аҡбуҙат”, “Урал батыр” эпостары һ.б.) бәйле.

Әҙәб.: Растительность государственного природного заповедника “Шульган‑Таш” /В.Б.Мартыненко [и др.]. Уфа, 2005; Петров Е.М. Об истоках лесного пчеловодства Башкортостана. Уфа, 2009; Флора и растительность национального парка “Башкирия” (синтаксономия, антропогенная динамика, экологическое зонирование) /под ред. Б.М.Миркина. Уфа, 2010.

В.Б.Мартыненко

Тәрж. И.М.Япаров

Илл.: 1. Мораҙым тарлауығы. Күгәрсен р‑ны

2. Ағиҙел й. үҙәне. Шүлгәнташ ҡурсаулығы. Бөрйән р‑ны

Яндекс.Метрика