ҘУР ҠАРАБАШ САРЛАҠ (Larus ichthyaetus), сарлаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Бөтә Ер шарында таралған. Күсмә ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 57—60 см, ауырлығы 2 кг тиклем, ҡанатының ҡоласы 170 см тиклем. Башы бәрхәт-ҡара төҫтә, күҙе тирәләй ҙур булмаған аҡ таптары бар, күҙ ҡабағының ситтәре сағыу ҡыҙыл. Суҡышы һары, осона табан ҡыҙыл төҫтә, ҡара таҫмалы. Арҡаһы күкһел һоро, ҡанат остары ҡара. Муйыны, ҡойроҡ өҫтө, ҡойроғо һәм ҡорһағы аҡ. Аяғы һары йәки йәшкелт һары. Йәш ҡоштарҙың башы асыҡ төҫтә, кәүҙәһенең өҫкө өлөшө көрәнһыу һоро (ҡауырһын остары асыҡ төҫтә), аҫты аҡ. Моногам. Колониялар м‑н оя ҡора. Ояһы — ылымыҡ һәм үлән түшәлгән бәләкәй соҡор. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, ғәҙәттә 3 һорғолт шәмәхә һәм ҡарағусҡыл таплы һарғылт йомортҡа һала. Инә һәм ата ҡош 25—29 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Балыҡ, ҡайһы берҙә ваҡ кимереүселәр, бөжәктәр, һыу ҡоштарының балалары м‑н туҡлана. Ярымсүл, дала, һирәгерәк урманлы далаларҙың тоҙло һәм аҙ тоҙло күлендә, һыуһаҡлағыстарҙа тереклек итә. Йылы яҡҡа киткәндә-ҡайтҡанда, күсеп йөрөгәндә БР‑ҙа Ҡарағайлы, Сыбаркүл, Талҡаҫ күлдәренең тирәяғында осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 Илл: Ҙур ҡарабаш сарлаҡ (Larus ichthyaetus)

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика