ВАҠ ҺАЙЫҪҠАН (Lanius excubitor), һ а й ы ҫ ҡ а н, ваҡ һайыҫҡандар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла, Төньяҡ Америкала һәм Африкала таралған. Күсәр ҡош, ҡайһы берҙә ҡышлай. Кәүҙә оҙонлоғо 23— 28 см, ауырлығы 60—80 г, ҡанатының ҡоласы 35—39 см. Арҡаһы көлһыу һоро, ҡорһағы аҡ йәки һорғолт төҫтә (инә ҡош ҡарараҡ). Суҡышы ырғаҡ формаһында, күҙҙәренә һәм муйын төбөнә ҡарай ҡара һыҙат үтә. Ҡанаты 1—2 аҡ көҙгөлө (беренсе һәм икенсе дәрәжәләге ҡағыу ҡанаттары), ҡара, киң, түңәрәкләнеп бөтә. Аяғы көслө, тырнаҡтары осло. Ҡойроғо ҡара, оҙон, киртләсле, ситтәре аҡ. Моногам. Ояһын ағаста, ҡыуаҡлыҡта (2—15 м бейеклектә) ботаҡтарҙан ҡора, төбөнә үлән, ҡауырһын, йөн түшәй. Ғәҙәттә, 4—7 көрәнһыу таплы йәшкелт аҡ йомортҡа һала. Инә ҡош 15—18 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Сысҡан һымаҡ кимереүселәр, ҡоштар, кеҫәрткеләр, бөжәктәр м‑н туҡлана. Урманда, урман һыҙаттарында, аҡланда, ҡайһы ваҡыт парктарҙа һәм баҡсаларҙа йәшәй. Башҡортостан Урал алдының урман-дала райондарында осрай. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарының һанын көйләй. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика