АМАНГИЛДИНА Римма Зәйнетдин ҡыҙы (1.4.1972, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Хәлил а.), йырсы. БР‑ҙың халыҡ (2012) һәм атҡ. (2006) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1993; Ф.Ф.Сәғитова класы), ӨДСА‑ны (2005) тамамлаған. 1993 й. алып Башҡ. филармонияһының эстрада артист‑вокалисы. Йырсының вокаль сәнғәте нәфислек, матур яңғыраш, тауышы киң диапазонлы, бай тембрлы һәм баҙыҡ булыуы м‑н айырылып тора. Репертуарында “Зәлифәкәй”, “Сәлимәкәй”, “Төйәләҫ”, “Түңәрәккәй күл”, “Уйнат гармундарыңды”, “Һыр” һ.б. башҡ. халыҡ йырҙары; З.Ғ.Исмәғилев, Т.Ш.Кәримов, С.Ә.Низаметдинов, Н.Ғ.Сабитов, Р.Х.Сәхәүетдинова, А.Б.Туҡтағолов, Х.Ф.Әхмәтов һ.б. йырҙары һәм романстары. Ҡаҙағстанда Рәсәй (Астана, 2004), Төркиәлә БР (Истанбул, 2006) көндәрендә; Мәскәүҙә БР көндәрендә (2007), ЮНЕСКО‑ның штаб-фатирында уҙғарылған БР‑ҙың халыҡ-ара презентацияһында (Париж), “Петербург һабантуйы” халыҡ байрамында (С.‑Петербург), “Йәшел аҙна” Халыҡ-ара агросәнәғәт күргәҙмәһендә (Берлин, Германия; бөтәһе лә – 2008); Халыҡ-ара Гавана йәрминкәһендә (Куба, 2012) һ.б. ҡатнаша. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018