БАШҠОРТ КАДЕТ КОРПУСЫ, Волга буйы федераль округының Рәсәй геройы А.В.Доставалов исемендәге башҡорт кадет корпусы,  урта дөйөм белем биреү учреждениеһы. Ишембай ҡ. урынлашҡан. 1997 й. 1‑се мәктәп‑интернат базаһында Респ. кадет мәктәп‑интернаты булараҡ нигеҙ һалына, 2013 й. алып хәҙ. статусын ала, 2014 й. А.В.Доставалов исеме бирелә. 5—7‑се класты тамамлаған малайҙар һәм сикләнгән һанда ҡыҙҙар конкурс б‑са ҡабул ителә. “Кадеттарҙы ҡарау һәм тәрбиәләү”, “Ҡотҡарыусы йәмәғәтселәр әҙерләү”, “Йәш десантсылар әҙерләү” өҫтәмә программалары эшләй. Интернаты, уҡыу оҫтаханаһы, хәрби һәм хеҙмәт даны музейы, уҡыу‑производство участкаһы, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, һауа-десант ҡаласығы бар. Уҡыу йортон 600‑ҙән ашыу кеше тамамлаған (2013). Мәктәп бинаһына уны тамамлаған, Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған Ю.И.Коржуковҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2007).

Р.М.Мираҫов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика