ИШЕМБАЙ МӘҘӘНИӘТ ҺАРАЙЫ. 1961 й. Ишембай НЭЗ‑ының С.М.Киров ис. Нефтселәр һарайы булараҡ асыла, 1990 й. алып Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия з‑дының С.М.Киров ис. мәҙәниәт һарайы, 1994 й. — С.М.Киров ис. Ҡала мәҙәниәт һарайы, 2005 й. — Ишембай мәҙәниәт һарайы, 2009 й. алып Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайы. 580 урынлыҡ тамаша залы, түңәрәктәр эше өсөн бүлмәләр, грим, костюм бүлмәләре, художество оҫтаханаһы, хореография кластары, тауыш яҙҙырыу студияһы бар. Мәҙәниәт һарайында 14 үҙешмәкәр сәнғәт ижады коллективы эшләй: “Рябинушка” урыҫ йыры ансамбле (1998 й., 2001 й. алып “халыҡ” исемен йөрөтә; етәксеһе — БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Т.Г.Яровая), “Берхомут” муниц. халыҡ бейеүе ансамбле (1984 й., 1996 й. алып — “халыҡ”; етәксеһе А.Р.Мөхәмәтйәнов), “Юрматы” башҡ. фольклор ансамбле (1985 й., 2003 й. алып — “халыҡ”; етәксеһе З.Р.Алламоратова), башҡ. театры (1961 й., 1967 й. алып — “халыҡ”, етәксеһе Р.Ә.Әхмәтйәнова) һ.б. Мәҙәниәт һарайында йыл һайын башҡ. гүзәлдәренең “Һылыуҡай” (1992 й. алып) респ. конкурсы, пр‑тие һәм ойошмаларҙа эшләгән йәштәр вәкилдәре араһында “Хеҙмәткәр ҡыҙ” (“Работница”, 2009 й. алып) проф. оҫталыҡ респ. конкурсы, “Көньяҡ еле” (“Южный ветер”, 1995 й. алып, 2 йылға 1 тапҡыр) төбәк рок‑фестивале; үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарының концерттары һәм ҡала смотрҙары; төрлө күргәҙмәләр, презентациялар үткәрелә.

С.Д.Фазылова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018