“ЗЕНИТ” Бөтә Союз ирекле спорт йәмғиәте. Хәрби сәнәғәт комплексы пр‑тиеларының физик культура коллективтарын берләштергән. БАССР‑ҙың “З.” ДСО‑һы 1968—87 йй. эшләй, етәкселек “З.” ДСО‑һының Башҡ‑н өлкә советы тарафынан тормошҡа ашырылған. Респ. йәмғиәте составына Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы, Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы, тау саңғыһы спорты б‑са ДЮСШ һ.б. ингән. Тәрбиәләнеүселәре араһында М.‑Р.В.Батталов, Г.В.Блинкова, С.А.Гладышева, Р.З.Ғайсин, И.Ф.Ғимаев, Л.И.Дюпина, С.В.Кожевников, И.А.Кравчук, Л.М.Матвеева, Н.В.Рухтин, А.В.Семак, К.С.Чистяков һ.б. “З.” м‑н тренерҙар М.М.Азаматов, Г.И.Алексеев, В.И.Воробьёв, А.Н.Емелин, Е.И.Емельянов, Е.Г.Козлов, Р.Н.Латипов, В.В.Новожилов, Г.А.Ушков, Л.П.Финк, В.П.Чариков, П.К.Ямалиев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика