ГАЙ РАЙОНЫ, Ырымбур өлкәһенең көнсығышында урынлашҡан. 1960 й. 3 нояб. ойошторолған. Майҙаны — 2900 км2. Район үҙәге — Гай ҡалаһы. Районда 8 ауыл советы, 33 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 10,7 мең кеше (2010), ш. иҫ. 32,4% башҡорттар (ҡара: Ырымбур башҡорттары). Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур торама пункттар (2002): Ишбирҙе, Ишкенә, Нурбулат, Иҫке Хәлил, Үҙәмбай һ.б. Башҡ. теле мотлаҡ уҡытыла торған предмет булараҡ райондың 3 мәктәбендә өйрәнелә (2013). Гай ҡ. 2002 й. алып “Ырымбур өлкәһенең Гай районы һәм Гай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы” эшләй, Нурбулат ҡасабаһында — башҡ. мәҙәниәте һәм көнкүреше музейы, “Умырзая” вокаль ансамбле, Ишкенә а. — “Йәйғор”, Иҫке Хәлил а. “Сулпан” вокаль ансамблдәре эшләй.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика