ИРНАЗАРОВ Рәшит Исмәғил улы (6.9.1935, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Темәс а.), социолог. Социол. ф. д‑ры (1999), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002), БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре, РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1963) БАССР‑ҙың Мәғариф министрлығында, 1961 й. алып КПСС‑тың Сибай ҡала ком‑тында эшләй. 1970 й. башлап ӨАИ‑ла уҡыта. 1994 й. алып БДУ‑ла: Сибай филиалында уҡыта, 2000—06 йй. социол. теорияһы һәм тарихы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге этносоциологияның, рухи тормош социологияһының, милләт‑ара мөнәсәбәттәрҙең, соц. реформалаштырыуҙың фундаменталь һәм теоретик‑ғәмәли проблемаларына арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Равенство этносов в Республике Башкортостан. Уфа, 1997; История развития социологической мысли Башкортостана. Уфа, 2010.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018