АКСАКОВ ФОНДЫ, Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фондының Башҡортостан бүлексәһе, славян халыҡтары мәҙәниәтен тергеҙеү өсөн булдырылған йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. майында ойошторола.

Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фондының Аксаков программаһын тормошҡа ашырыу: БР‑ҙа С.Т.Аксаков һәм Аксаковтарҙың тормошо һәм ижадына бәйле урындарҙы тергеҙеү һәм һаҡлау, йыл һайын Халыҡ‑ара Аксаков байрамын һәм Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте байрамын, күргәҙмәләр, конкурстар үткәреү, Аксаков нәҫеле вәкилдәренең тормошо һәм эшмәкәрлегенә бәйле илдәр (Болгария, Сербия, Черногория һ.б.) м‑н мәҙәни бәйләнештәр булдырыу.

А.ф. ҡатнашлығында Аксаков гимназияһы №11, Краснокама р‑ны Николо‑Берёзовка а. “Никольский ҡорамы” тарихи‑мәҙәни үҙәге (1994) һәм Бәләбәй р‑ны Надеждино а. “Надеждино” Аксаков тарихи‑мәҙәни үҙәге [2002; 2010 й. уның терр‑яһында Аксаковҡа һәйкәл (скульпторы И.А.Миско) ҡуйыла] асыла. С.Т.Аксаков ис. әҙәби премияны булдырыусыларҙың береһе. Фонд эргәһендә “Таусень” урыҫ фольклор ансамбле эшләй. А.ф. эшмәкәрлеге м‑н Фонд советы (рәйесе М.А.Чванов, 1992 й. алып) һәм Попечителдәр советы (рәйесе В.А.Пчелинцев, 2000 й. алып) етәкс. итә.

Г.Н.Кузина

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.