ЕГОРЫШЕВ Сергей Васильевич (4.1.1956, Өфө), социолог. Филос. ф. канд. (1984), социол. ф. д‑ры (1998), проф. (1999). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) БДПИ-ла эшләй. 1988 й. алып ӨЮИ-ның соц.-гуманитар дисциплиналар каф. нач., 2000 й. — нач. урынбаҫары; 2002 й. — Көнсығыш иҡт.‑юридик гуманитар акад. ғилми эштәр һәм практика б-са проректоры. Фәнни тикшеренеүҙәре хоҡуҡ социологияһы проблемаларына, эске эштәр һәм юстиция органдары эшмәкәрлегенең соц. аспекттарына арналған. 250-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Башҡортостан комсомолы пр. лауреаты (1983).

Хеҙм.: Проблемы совершенствования деятельности органов внутренних дел в условиях перехода России к рыночным отношениям. Уфа, 1997; Общественное мнение в управлении органами внутренних дел. Уфа, 2008 (авторҙ.); Организационное поведение: теория и практика. Уфа, 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика