ГОЛИКОВ Владимир Дмитриевич (3.2.1939, БАССР-ҙың Әлшәй р‑ны Аксёнов а.), социолог. Социол. ф. д‑ры (1992), проф. (1994). ӨАИ‑ны тамамлаған (1969). 1959 й. алып ӨПЭЗ‑дың төп технологы, лаб. нач., 1981 й. — ӨДНТУ‑ның ғилми‑тикшеренеү үҙәге хеҙм‑ре, 1993 й. — ӨДАТУ уҡытыусыһы. Фәнни тикшеренеүҙәре хеҙмәт һәм идара итеү социологияһы, йәштәрҙең соц. өмөтө һәм өҫтөнлөк биреүе проблемаларына арналған. 450‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Социальный феномен отношения к технике. Саратов, 1987; Социология экономики: 2 кн. Уфа, 2008; Организационное поведение: теория и практика. Уфа, 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика