ҒИЛМАНОВ Әмир Зариф улы (24.10. 1939, БАССР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Айыт а.), социолог. Филос. ф. канд. (1977), социол. ф. д‑ры (1993), проф. (1998). ТР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1999). Иркутск хәрби авиация‑техник уч‑щеһын (1960), Урал пед. ин‑тын (1967) тамамлаған. 1960 й. алып стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, 1976 й. — Ростов һәм Рига юғары хәрби стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре уч‑щеларында уҡытыусы, 1978 й. — Ҡазан юғары хәрби ракета ғәскәрҙәре команда‑инженерлыҡ уч‑щеһында ижт. фәндәр каф. начальнигы. 1993 й. ТР ФА‑ның Перспективалы иҡт. тикшеренеүҙәр үҙәгендә (Ҡазан) эшләй: бүлек мөдире, 1995 й. фән б‑са дир. урынбаҫары, 2006 й. башлап баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре хәрби интеллигенцияның социол. теорияһын эшләүгә, хәҙ. заман йәмғиәтендә идара итеү, стратификация проблемаларына һ.б. арналған. 480‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән (1982).

Х е ҙ м.: Местное самоуправление в Республике Татарстан: теоретические и прикладные основы. Казань, 2002; Становление местного самоуправления монопромышленного города: реальность и перспективы. Нижнекамск, 2008 (авторҙ.); Факторы перспективного развития вузов в контексте современного российского общества (на материалах Республики Татарстан). Казань, 2009 (авторҙ.).

 

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика