ҒӘЛЛӘМОВ Рушан Рәхимйән улы (27.10.1962, Өфө), социолог. Филос. ф. канд. (1990), социол. ф. д‑ры (1997), проф. (2000). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1985) Өфөнөң 45‑се урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1986—88 йй. һәм 1998 й. алып БДАУ‑ҙа (2003—08 йй. филос. һәм социол. каф. мөдире), 1991—94 йй. ӨДАТУ‑ла уҡыта; 1997—98 йй. Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәгенең төп ғилми хеҙм‑ре. Фәнни тикшеренеүҙәре ҡала социологияһы, этносоциология, этнополитология проблемаларына арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Многонациональный город: этносоциологические очерки. Уфа, 1996; Этносоциальная стратификация: теоретические подходы, концептуальная модель, тенденции развития. Уфа, 2004 (авторҙ.); Элита Башкортостана: политическое и конфессиональное измерения. Казань, 2006.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика