ҒӘЛИЕВ Ғәли Талха улы (1.1.1950, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Тәтер- Арыҫлан а.), социолог. Социол. ф. д‑ры (1997), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2005), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2001), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1999). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлаған (1972). 1974 й. алып Салауат ҡ. ВЛКСМ һәм КПСС ҡала комитеттарында бүлек мөдире булып эшләй, бер үк ваҡытта ӨНИ-нең Салауат филиалында уҡыта. 1987— 91 йй. Урал соц.-сәйәси ин‑ты (Екатеринбург ҡ.) уҡытыусыһы; 1993 й. башлап БР профсоюз кадрҙарының квалификацияһын күтәреү ин‑тының, бер үк ваҡытта 1998—2008 йй. Хеҙмәт һәм соц. мөнәсәбәттәр акад. Башҡ‑н соц. технологиялар ин‑ты (филиал), 2013 й. алып ӨДИСУ‑ның өҙлөкһөҙ һәм өҫтәмә белем биреү ин‑ты директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре этник- ара мөнәсәбәттәр өлкәһендәге соц. технологияларға, милләт-ара конфликттарҙы күҙаллау һәм бөтөрөү проблемаларына арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Межэтнические отношения как объект социальной технологии. Уфа, 2001 (авторҙ.); Технологии управления социальным аудитом. Уфа, 2009 (авторҙ.); Социальные технологии. Ресурсы. Аудит: в 2 т. Уфа, 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика