ҒӘЛИЕВА Гүзәл Ғабдуллайән ҡыҙы (1.3.1955, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Иманғол а.), шағирә. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1987). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) “Серп и молот” (“Ураҡ һәм сүкеш”) гәз., 1981 й. алып “Авангард” гәз. бүлек мөдире; 1983 й. башлап БАССР Мәҙәниәт министрлығы инспекторы, 1985 й. — БАССР ТВ һәм радиотапшырыуҙар б‑са дәүләт ком‑тының өлкән мөхәррире, 1989 — 92 йй. Йәш тамашасы театрының әҙәби-драма бүлеге етәксеһе. 1993 й. алып БР ЮС‑ында, 1995 — 2010 йй. БР Дәүләт Йыйылышында. 2012 й. алып БР Яҙыусылар союзында әҙәби консультант. “Ҙур бейәләй” исемле тәүге китабы 1982 й. сыға. “Ут һүрелмәй усағымда” (1991), “Ирәмәлдә — алтын тамыр” (2004) йыйынтыҡтарының төп темаһы — изгелек м‑н яуызлыҡ көрәше, кешеләр мөнәсәбәтенең сафлығы. Балалар өсөн “Мин йәшәйем Уралда” (1987), “Ирәмәл итәгендә=У подножия Иремеля” (1996) шиғри йыйынтыҡтарында тыуған яҡ тәбиғәтенә дан йырлана. Ғ. шиғырҙарына комп. Н.Ә.Дауытов, С.Ә.Низаметдинов, Р.Х.Сәхәүетдинова, Р.М.Хәсәнов һ.б. йырҙар ижад иткән. Ғ.М.Мусреповтың “Ҡуҙыйкүрпәс менән Баянһылыу” (“Козы-Корпеш и Баян-Слу”), А.Камюҙың “Яңылышыу” (“Недоразумение”), Ф.Кроммелинктың “Мөгөҙлө шәп ир” (“Великодушный рогоносец”), Мольерҙың “Яртаҡыл Журден” (“Полоумный Журден”), У.Шекспирҙың “Ун икенсе төн” (“Двенадцатая ночь”) пьесаларын башҡ. теленә тәржемә иткән.

Ә ҫ ә р ҙ.: Ҡыйғас болот: шиғырҙар. Өфө, 1983.

Әҙәб.: Х ә б и р о в Ә.Х. Йәнле шишмәләр: ижади портреттар. Өфө, 1996. 

 Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика