ҒАЙСИН Фәрит Әхмәт улы [12.1.1942, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Аптраҡ а. (БР-ҙың Мәләүез р-ны) – 22.5.2002, Өфө], социолог. Социол. ф. д‑ры (1996), проф. (2001). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын (1964), КПСС ҮК эргәһендәге Ижтимағи фәндәр акад. (Мәскәү, 1979) тамамлаған. 1965 й. алып Салауат пед. уч‑щеһы уҡытыусыһы. 1967—90 йй. Салауат, Белорет, Өфө ҡҡ. партия органдарында эшләй. 1990 й. алып БР-ҙың халыҡ мәғарифы министры урынбаҫары, 1996 й. — Башҡ‑н мәғарифты үҫтереү ин‑ты, 1997 й. башлап Башҡ‑н АСК кадрҙарын яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү ин‑ты ректоры. Фәнни тикшеренеүҙәре уҡыусы йәштәрҙе тәрбиәләү, мәғариф һәм идара итеү социологияһы, конфликтология проблемаларына арналған. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Город: обновление духовной деятельности. Уфа, 1992; Образование в условиях обновления духовной жизни. Уфа, 1997.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика