АКСАКОВ С.Т. ИСЕМЕНДӘГЕ ШИФАХАНА. БР‑ҙың Бәләбәй р‑нында, Бәләбәй ҡ. 10 км алыҫлыҡта Аксаков а. эргәһендә урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра —17°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 20°С). 1890 й. О.Г.Аксакова (С.Т.Аксаковтың ейәнсәре) тарафынан хосуси ҡымыҙ дауаханаһы булараҡ асыла, 1925 й. алып С.Т.Аксаков ис. респ. туберкулёзға ҡаршы миҙгелле, 1939 й. — йыл әйләнәһенә эшләгән шифахана (1941—45 йй. 4019‑сы хәрби госпиталь), 1960 й. башлап РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, 2005 й. — РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм соц. үҫеш министрлығының туберкулёзға ҡаршы ҡымыҙ м‑н дауалау шифаханаһы. Тын алыу ағзалары туберкулёзын дауалау өсөн тәғәйенләнгән. Шифахана 160 урынға иҫәпләнгән (2009). Төп дауалау факторҙары: климат һәм ҡымыҙ. Диетотерапия, дауалау физкультураһы, физиотерапия ҡулланыла, туберкулёзға ҡаршы препараттар м‑н үҙенсәлекле химиотерапия, патогенетик һәм реабилитацион дауалау үткәрелә. Ҡымыҙ етештереү цехы эшләй.

Әҙәб.: Газизов Ф.Г. Санаторий им. С.Т.Аксакова. Уфа, 1989; Шамаев А.Г. Кумыс. М., 2000.

Н.Т.Ибраһимов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке