ВАСИЛЬЕВ Серафим Алексеевич [21.6.1903, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Һыуыҡҡул а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 22.6.1989, Түб. Троицк ҡсб (Туймазы ҡ.), хәҙ. БР‑ҙың Туймазы р‑ны], шағир. Б.В. һуғышында, 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. 1936—42 йй., 1945—63 йй. Түб. Троицк буҫтау ф‑каһында эшләй. “Әсә” (1969; сыуаш телендә) поэмаһының — ҡатын-ҡыҙға, Әсәгә арналған гимндың (башҡ., татар, инглиз, итальян, француз һ.б. телдәргә тәржемә ителгән) — авторы. “Тыуған яҡ”, “Беҙҙең ата-бабалар”, “Өй менән айырылышыу” (бөтәһе лә — сыуаш телендә) шиғырҙары тыуған ауылға, тыуған яҡҡа арналған. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1947; 1985), Ҡыҙыл Байраҡ (1946) орд. м‑н бүләкләнгән.

Ә ҫ ә р ҙ.: Мать: поэма. Уфа, 2003.

Әҙәб.: Т а р а с о в И., К о н д р а т ь е в А. Серафим Васильев, поэт из Нижнетроицкого //Сердцу близкие имена. Уфа, 1996.

 

 

И.Г.Тарасов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика