ВЕНД (венда — славян ҡәбиләһенең боронғо атамаһынан), в е н д  с и с т е м а һ ы (о с о р о), в е н д  к о м п л е к с ы , аҫҡы кембрийҙан туранан‑тура алдағы, протерозойҙың иң өҫкө хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 600±10 млн йыл, тамамланыуы — 535±1 млн йыл. Б.С.Соколов тарафынан айырып күрһәтелә (1950). Аҫҡы һәм өҫкө бүлектәрҙән тора. В. иң боронғо һөлдәһеҙ тереклектәрҙең ҡалдыҡтары (медуза һымаҡ Ediacaria формалары), микрофоссилияның специфик биоттары һ.б. хас. Стратотиптары башлыса Көнсығыш Европа платформаһының көнбайыш һәм үҙәк райондарында бүленгән. В. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында А.И.Олли (1940, 1948), О.П.Горяинова (1943), Ю.Р.Беккер (1975), В.И.Козлов (1982) һ.б. тасуирлаған әшә серияһы ҡатламдарын тәшкил итә. Әшә серияһы ҡатламдары Башҡорт мегантиклинорийының көнбайыш итәгендә киң таралған, көнсығыш битләүенең Криволук, Тирлән синклиналдәрендә үҫеш алған. Мегантиклинорийҙың көнбайыш итәгендә төрлө дәүмәлдәге бөртөклө полимикт, ялан шпатлы‑кварцлы, субаркоз, аркоз, кварцлы ҡомташтарҙан һәм алевролиттарҙан тора, гравелиттар, аргиллиттар, полимикт конгломераттар (урыны м‑н тиллитҡа оҡшаш) бар; ҡалынлығы 1600—2400 м. В. аҫҡы бүлегенә — әшә серияһының баҡый, өҫкөһөнә (аҫтан өҫкә) үрек, баса, күкҡарауыҡ һәм егән свиталары тура килә. Әшә серияһының аҫҡы сиге баҡый йәки үрек свитаһының табанынан үткәрелә, улары йырындар ҡаратауиҙың түшәүлек ҡатламына ята. Баҡый свитаһы глауконит булған ялан шпатлы‑кварцлы һәм кварцлы ҡомташ һәм алевролит, аргиллиттан тора; полимикт конгломераттар (урыны менән тиллитҡа оҡшаш), гравелиттар һәм гематит мәғдәне ҡатлауҙары бар; ҡалынлығы 40—100 м алып 650 м тиклем. Ҡатламдар Еҙем, Оло һәм Кесе Рәүәт, Кесе Толпар йй. басс. таралған. Еҙем й. бүленгән стратотипта Ediacaria фаунаһы табылған. Башҡорт мегантиклинорийының көнсығыш битләүендә баҡый свитаһының аналогы булып Криволук синклиналендә полимикт алевролиттар һәм ҡомташтар, балсыҡлы һәм балсыҡ-карбонатлы һәүерташтар, тиллитҡа оҡшаш конгломераттарҙан торған ҡурғашлы свитаһы тора, ҡалынлығы 100— 250 м. Ҡатламдар Ағиҙел й. буйлап Бөрйән р‑ны Байназар а. төньяҡҡа һәм көньяҡҡа һуҙыла. Стратотибы Ҡурғашлы й. бүленгән. Үрек свитаһы башлыса төрлө дәүмәлдәге бөртөклө ялан шпатлы‑кварцлы, аркоз һәм кварцлы ҡомташтар, гравелиттар һәм конгломераттарҙан ғибәрәт. Һирәк аргиллит ҡатлауҙары, ш. уҡ составы б-са ҡомташҡа яҡын алевролиттар бар, ҡалынлығы 25—65 м алып 300—350 м тиклем. Ҡатламдар Баҫыу, Егән, Еҙем, Инйәр һәм Үрек йй. басс. таралған. Баҫыу свитаһында башлыса аргиллит ҡатлауҙары һәм ҡатламдары булған полимикт ҡомташтар һәм алевролиттар, ҡалынлығы 700—900 м. Ҡатламдар Баҫыу й. төньяҡҡа Ағиҙел й. киң ағымына тиклем көньяҡта ята. Стратотибы Баҫыу й. бүленгән. Ҡуҡырауыҡ свитаһы төрлө дәүмәлдәге бөртөклө полимикт ҡомташтарҙан һәм конгломераттарҙан тора, ҡалынлығы 50—100 м алып 200— 350 м тиклем. Ҡатламдар төньяҡта Инйәр й. алып көньяҡта Үрек й. тиклем һуҙыла. Стратотибы Ҡуҡырауыҡ й. бүленгән. Егән свитаһы аргиллит ҡатлауҙары һәм ҡатламдары ингән полимикт, кварцлы ҡомташтар һәм алевролиттарҙан тора, ҡалынлығы 300— 400 м. Ҡатламдар төньяҡта — Баҫыу й., көньяҡта Үрек й. тиклем таралған. Стратотибы Егән й. бүленгән. В. Башҡорт мегантиклинорийының көнсығыш битләүендә Тирлән синклиналендә үҫешкән арша свитаһы ҡатламдарынан тора. Арша свитаһы серицит‑хлорит‑кварцлы һәүерташтар, филлитлы алевролиттар, үҙгәргән һелте составлы вулканиттар, уларҙың туфтары, туфобрекчиялары, урыны м‑н тиллитҡа оҡшаш кварцлы ҡомташтар, гравелиттар, кварцит ҡомташтары, кварциттар һәм конгломераттар м‑н тулған. Доломит, эзбизташ ҡатлауҙары һәм линзалары инә, ҡалынлығы 1000—1800 м. Ҡатламдар төньяҡ‑көнсығышта — Учалы р‑ны Ҡарағужа а., төньяҡ‑көнбайышта Белорет ҡ. тиклем һуҙылған. Стратотибы Арша й. бүленгән. БР платформа өлөшөндә В. ҡатламдары терриген, һирәгерәк һелте составлы эффузив тоҡомдарҙан тора. К.Р.Тимерғазин (1953, 1959), С.Г.Морозов (1972), Л.Д. Ожиганова (1973), Т.В.Иванова (1975), В.И.Козлов (2004) тарафынан тасуирланған. Йыуылыуҙан һуң кристалл нигеҙҙә һәм ултырма япманың архей‑иртә протерозой таштары өҫтөндә ята. В. ҡатламының түбәһе скважиналар м‑н 1600—3110 м тәрәнлектә асылған. Аҫҡы бүлегендә — сергей, өҫкөһөндә (аҫтан өҫкә) байҡыбаш, иҫке Петров, сәлих һәм ҡарлы свиталары айырыла. Сергей свитаһы аргиллиттар, алевролиттар һәм башлыса ялан шпатлы‑кварцлы составтағы ҡомташтарҙан, базальттан тора, ҡалынлығы 70—80 м. Стратотибы Сергей‑800 скважинаһында 2880— 2950 м тәрәнлектә, Ҡыпсаҡ‑1 скважинаһында 3220—3300 м тәрәнлектә бүленгән. Байҡыбаш свитаһы алевролит, аргиллит, ваҡ ҡырсынлы конгломерат ҡатлауҙары булған төрлө бөртөклө полимикт, ялан шпатлы-кварцлы, аркоз, субаркоз ҡомташтарҙан тора, ҡалынлығы 8—25 м алып 85— 166 м тиклем. Стратотибы Байҡыбаш‑4 скважинаһында 2220—2238 м тәрәнлектә бүленгән. Иҫке Петров свитаһы полимикт, ялан шпаты, аркоз һәм субаркоз составлы күк ҡомташтарҙың, ҡара күк һәм ҡара углеродлы аргилиттарҙың бер‑береһе м‑н алмашыныуынан ғибәрәт, ҡалынлығы 80—464 м. Стратотибы Иҫке Петров‑5 скважинаһында 2270—2443 м тәрәнлектә бүленгән. Сәлих свитаһы һирәк аргиллит ҡатлауҙары булған төрлө бөртөклө полимикт ҡомташтарҙан һәм алевролиттарҙан тора, ҡалынлығы 90— 440 м. Стратотибы Сәлих‑51 скважинаһында 2955—3036 м тәрәнлектә бүленгән. Ҡарлы свитаһы полимикт һәм ялан шпатлы‑кварцлы алевролиттар ҡатлауҙары буйһондорған аргиллиттарҙан, һирәгерәк ш. уҡ составтағы ҡомташтарҙан тора, ҡалынлығы 100— 615 м. Стратотибы Ҡарлы‑12 скважинаһында 2203—2705 м тәрәнлектә бүленгән. БР терр‑яһында В. өҫкө ҡатламдарында нефть булыуы асыҡланған.

В.И.Козлов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика