ИҪКЕ МОШТО ҠАЛАСЫҒЫ, Ҡыҙҡала тауы, Ананьин мәҙәниәте, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Краснокама р‑ны Иҫке Мошто а. көньяҡҡа табан 0,7 км алыҫлыҡта ҡалдыҡ тау түбәһендә урынлашҡан. 1956 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1964 й. А.Х.Пшеничнюк, 1982 й. Г.Н.Гарустович тикшерә. Ҡаласыҡ 2 рәт ярым түңәрәк ур һәм соҡор м‑н уратылған. Керамика ҡабырсаҡ йәки эре ҡом ҡушып эшләнгән һауыттарҙан ғибәрәт. И.М.ҡ. йәшенеү урыны булған, тип фараз ителә. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейы фондында һаҡлана.

Г.Н.Гарустович

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке