ЕРЛӘҮ ҠОМАРТҠЫЛАРЫ, археологик ҡомартҡылар, мәйеттәрҙе ерләү өсөн тәғәйенләнгән ҡоролмалар йәки ҡоролмалар комплексы. Е.ҡ. ҡурғанлы һәм ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр, мавзолейҙар, кәшәнәләр, пирамидалар һ.б. инә. Иң иртә Е.ҡ. урта палеолитҡа (мустье дәүере) ҡарай, Башҡортостан терр‑яһында неолиттан алып билдәлеләр (ҡара: Дәүләкән). Бронза быуаты осоро Е.ҡ. Абаш мәҙәниәте, Алакүл мәҙәниәте, Межа мәҙәниәте, Сарғары мәҙәниәте, Бура мәҙәниәтенең ҡурғанлы ҡәберлектәренән тора. Иртә тимер быуатҡа Ананьин мәҙәниәте, Ҡара Абыҙ мәҙәниәте, Мазунин мәҙәниәте, Пьяный Бор мәҙәниәтенең ҡурғанһыҙ ҡәберлектәре, Горохов мәҙәниәте, Ҡормантау мәҙәниәте, Сармат мәҙәниәте, Савромат мәҙәниәтенең ҡурғанлы ҡәберлектәре инә. Урта быуат дәүерендә Кушнаренко мәҙәниәте, Ҡараяҡуп мәҙәниәте, Турбаҫлы мәҙәниәтенең ҡурғанлы ҡәберлектәре, ш. уҡ Бахмут мәҙәниәтенең ҡурғанһыҙ ҡәберлектәре осрай. Алтын Урҙа осоронда Көньяҡ Уралда иртә мосолман тибындағы ҡәберлектәр (Сейәлек мәҙәниәте), ҡыпсаҡтар төҙөгән тупраҡ һәм таш ҡурғандар киң тарала, таш һәм кирбес мавзолейҙар (Варна кәшәнәһе, Изобильный кәшәнәһе), кәшәнәләр (Бәндәбикә кәшәнәһе, Кесе кәшәнә һ.б.) ҡорола.

В.А.Иванов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика