ҒӘЙНӘ, т а р х а н, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: бисерҒ., мулҒ., түлҒ., торҒ. Тамғалары: . Этник яҡтан Урта Азияныңтөрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Ғәйнә” этнонимы болғарҙарҙа, венгрҙарҙа (ҡара: Боронғо венгрҙар), ҡырғыҙҙарҙа, туваларҙа, удмурттарҙа, сыуаштарҙа билдәле. Ғ. формалашыуына уларҙыңбөрйән, ҡатай, ҡыпсаҡ, түңгәүер, үҫәргән һ.б. ҡәбиләләр мөхитендә булыуы йоғонто яһай. 12 б. аҙ. Тол й. (Кама й. ҡушылдығы) басс. ҡәбиләнең төп терр. таралыу урыны була. 13—14 бб. ғәйнәләрҙең төп өлөшө Тол басс. һәм Сылва й. (Кама й. ҡушылдығы) һул яр буйында йәшәй, бер өлөшө Тере Танып һәм Беүә йй. араһына күсеп ултыра, бында улар танып ҡәбиләһенә күрше була. Ғәйнәләрҙең бер аҙөлөшө 18 б. Дим й. үренә күсеп ултыра. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) баҫтырылғандан һуңғәйнәләрҙең бер өлөшө көнсығышҡа китеп, Бисерт (Ҡариҙел й. ҡушылдығы), Сылва, Чусовая (Кама й. ҡушылдығы) йй. буйында урынлаша. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуңҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Уҫы даруғаһының Ғәйнә улусын тәшкил итә. Бында, П.И.Рычков мәғлүмәттәре бса, 18 б. уртаһында 562 йорт иҫәпләнгән. 18 б. аҙ. — 19 б. Ғ. йәшәгән урыны — Уҫы өйәҙенә һәм Пермь өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 1се башҡ. кантонына (1798—1854 йй.) инә. Хәҙ. ҡәбилә таралып ултырған терря БРҙың Асҡын, Әлшәй һәм Тәтешле рндарына, Пермь крайының Барҙы, Көйәҙе һәм Пермь рндарына ҡарай.

Әҙәб.: Гәрә мәҡ. ҡарағыҙ.

 Р.З.Йәнғужин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика