ВИТЕВСКИЙ Владимир Николаевич (22.7.1845, Сембер губ. Подвалье а. — 3.1.1906, Ҡазан), тарихсы. Ҡазан ун‑тының тарих‑филол. ф‑тын тамамлағандан һуң (1870) Уральск ҡ. гимназияла, 1874—1901 йй. Ҡазанда урыҫһәм башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар семинарияһында, бер үк ваҡытта 1897 й. тиклем Мариин ҡыҙ балалар гимназияһында уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре Ырымбур крайы, Ырымбур казак ғәскәре, Урал казак ғәскәре тарихына арналған. “И.И.Неплюев һәм 1758 й. тиклем Ырымбур крайы үҙенең элекке составында” [“И.И. Неплюев и Оренбургский край в прежнем его составе до 1758 года”; 5 томда (сығ‑шта), 1889—1897] хеҙмәтендә 18 б. уртаһында крайҙы колониялаштырыу тарихы ҡарала, игенселек, сәнәғәт, сауҙа үҫеше, Ырымбур экспедицияһы (1734—44) тарихы, Ырымбур сик һыҙығын төҙөү, башҡорт ихтилалдары (1735—40) һәм башҡорт ихтилалы (1755—56), халыҡтың этносоц. составы т‑да бай фактик материал килтерелә; И.К.Кирилов, И.И. Неплюев, П.И.Рычков, В.Н.Татищев, Таймаҫ Шәимов, Миңлеғол Юлаев (ҡара: Ҡараһаҡал) һ.б. эшмәкәрлеге т‑да мәғлүмәт бирелә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1898 й. алып Ырымбур ғилми архив комиссияһының почётлы ағзаһы.

Х е ҙ м.: Раскол в Уральском войске и отношение к нему духовной и военно-гражданской власти в конце XVIII в. и в XIX в. Казань, 1878. Әҙәб.: З о б о в Ю.С. Историки Южного Урала. Вторая половина XIX — начало XX в. Оренбург, 1991.

 З.В.Бармина

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика