ИВЧЕНКО Евгения Гордеевна (6.12.1918, Екатеринбург ҡ. — 29.3.2005, Өфө), химик‑технолог. Техник ф. канд. (1969). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1969), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1966). СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы (1981). Урал индустриаль ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1941) Өфө НЭЗ‑ында эшләй: 1942 й. алып ҡоролма, 1947 й. — цех нач., 1951 й. — баш инженер урынбаҫары. 1954 й. башлап Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑ның лаб. етәксеһе, 1956—82 йй. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ-ның лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре нефттәрҙең физик‑химик үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә һәм асыҡ төҫтәге нефть продукттары (бензиндар, кәрәсиндәр, дизель яғыулығы һ.б.) сифатын күҙаллауға арналған. И. ҡатнашлығында составына һәм сифатына ҡарап нефть эшкәртеүҙең төрлө схемалары, ш. иҫ. авиация бензинына юғары октанлы компонент (изопропилбензол) алыу процесы эшләнә, улар респ. НЭЗ‑дарында етештереүгә индерелә. 60 фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы. Сталин пр. лауреаты (1950). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1948).

Хеҙм.: Нефти Башкирии. Уфа, 1960 (авторҙ.); Сернистые и высокосернистые нефти Башкирской АССР: в 2 ч. М., 1963—1967 (авторҙ.); Нефти СССР. В 4 т. Т.1. М., 1971 (авторҙ.).

М.М.Әхмәтов

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.