ИВАНОВСКИЙ Георгий Фёдорович (13.12.1919, Тверь губ. Заручевье а. — 7.8.1998, Мәскәү), хужалыҡ эшмәкәре, инженер‑технолог. ӨНИ‑не тамамлаған (1964). 1938 й. алып “Башнефть” тресында эшләй: 1946 й. башлап газ‑компрессор хужалығы контораһының, 1947 й. — берләштерелгән 411‑се заводтың (бөтәһе лә — Ишембай ҡ.) цех начальнигы. 1952 й. алып Яңы Өфө НЭЗ‑ында: цех нач., 1954 й. башлап май блогы идаралығы нач., 1956 й. июненән — баш инженер урынбаҫары, нояб. — КПСС ком‑ты секретары, 1957 й. — директор. 1965 й. алып СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте министрының 1‑се урынбаҫары, 1975—90 йй. СССР МС‑ының Матди‑техник тәьминәт б‑са дәүләт ком‑ты рәйесе урынбаҫары. Производство эшмәкәрлеге нефть продукттарының сифатын яҡшыртыуға һәм нефтехимия сеймалы күләмен арттырыуға арналған. Нефть эшкәртеү заводтарында ғилми‑тикшеренеү эштәрен ойоштороуҙа ҡатнаша. И. етәкс. өс этаплы парафинһыҙлаштырыу схемаһы, вазелин алыу ысулы, нейтралләштерелгән ҡара контактты өҙлөкһөҙ алыу ысулы производствоға индерелә. 6 уйлап табыу авторы. Ленин (1966), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1959) орд. м‑н бүләкләнгән.

Р.Н.Ғимаев

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.