ИБӘТУЛЛИН Урал Ғәли улы (5.3.1948, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Малаяҙ а.), химик‑технолог. Химия ф. д‑ры (1991), проф. (1991). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2003). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ, 1978 й. алып — Башҡ‑н нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект ин‑тында, 1980 й. — ӨНИ‑лә, 1981 й. алып БДУ-ла эшләй. 1996 й. башлап БР‑ҙың Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ дир. урынбаҫары, 2009 й. — БДУ‑ның химия-технология ф‑ты деканы урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2011 й. алып Башҡ‑н тармаҡ-ара хеҙмәтте һаҡлау, экология һәм производствола хәүефһеҙлек ин‑ты проректоры. Фәнни хеҙмәттәре гетероциклик берләшмәләр химияһы, сәнәғәт экологияһы, экологик менеджмент, хеҙмәт һәм тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу иҡтисады өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. 250‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 53 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Обращение с отходами производства и потребления. Уфа, 2005 (авторҙ.); Экологическая безопасность региона: аспекты управления. Екатеринбург, 2008 (авторҙ.); Методы оценки и управления профессиональными рисками. Уфа, 2012 (авторҙ.).

Н.В.Давиденко

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.