Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/Z/ZORIN_VLADIMIR.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/Z/ZORIN_VLADIMIR.jpg'

ЗОРИН Владимир Викторович (26.1.1953, Өфө), химик‑органик. БР ФА-ның мөхбир ағзаһы (1995), химия ф. д‑ры (1984), проф. (1987). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ эшләй (1987 й. алып биохимия һәм микробиология производстволары технологияһы каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1992—98 йй. Теүәл органик синтез ҒТИ‑ның фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре азот‑, кислород‑, кремний‑ һәм көкөртлө органик берләшмәләрҙең окисланыу-ҡайтарылыу, радикал, ион‑радикал, био‑ һәм гомогенлы‑каталитик реакцияларының кинетикаһын, механизмын һәм стереохимияһын өйрәнеүгә; биологик актив матдәләрҙе хемо‑ һәм биосинтезлау; органик берләшмәләрҙең регио‑ һәм стереоселектив биотрансформацияһы алымдарын табыуға; химик процестарҙы микротулҡын һәм ультратауыш тәьҫирендә интенсивлаштырыуға арналған. З. етәкс. күҙәнәктәрҙәге регио‑ һәм энантиоселектив биокатализаторҙар, аҙ молекулалы биокөйләгестәр һәм уларҙың оптик яҡтан таҙа элгәрҙәре — мед., а.х., фарм. сәнәғәте реагенттарын [продигиозин, экзодерил, серраветтин; бетулин, арахидон һәм эйкозапентаен к‑талары; фармакологик әһәмиәтле диенамидтар, α‑токоферолдың энантиомер яҡтан таҙа синтондары, β‑адреноблокаторҙар, бөжәк феромондары, кетопрофен, ибупрофен препараттары һ.б.], мотор яғыулыҡтарының юғары октанлы компоненттарын һ.б. алыуҙың юғары һөҙөмтәле ысулдары эшләнә. 600‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 70 уйлап табыу авторы. Ленин комсомолы пр. (1983), Башҡ‑н комсомолы пр. (1981) лауреаты.

 Хеҙм.: Межфазный катализ в химии 1,3-дигетероциклоалканов. М., 1993 (авторҙ.);  Методы синтеза 1,3-дигетероаналогов циклоалканов. Уфа, 1998 (авторҙ.); Методы исследования реакционной способности органических соединений. Уфа, 1999 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика