ЗЛОТСКИЙ Семён Соломонович (10.11.1946, Одесса ҡ.), химик‑технолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2009), химия ф. д‑ры (1977), проф. (1982). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2008), БАССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1989). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1968) шунда уҡ эшләй: 1973 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1978—87 йй. лаб. мөдире, 2010 й. — дөйөм һәм аналитик химия каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре циклик ацеталдәр, уларҙың аналогтарының химияһы һәм технологияһына арналған. З. тарафынан коррозия ингибиторҙары, майҙарға, яғыулыҡтарға һәм полимерҙарға присадкалар алыу ысулдары эшләнә; биол. актив препараттар етештереүҙә ҡулланылған ярымпродукттарҙы синтезлауҙың традицион булмаған юлдарының принциптары күрһәтелә. 700‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 200 уйлап табыу авторы. Д.Ф.Варфоломеев ис. пр. лауреаты (2012).

Хеҙм.: Радикальная теломеризация. М., 1988 (авторҙ.); Перспективные материалы для бытовой химии. М., 1990; Использование микроволнового излучения в органическом синтезе. Основные реакции и методы воздействия. Саарбрюккен, 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Л.И.Шарапова

Илл.: C.C.Злотский

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика