ЗАХАРОВ Вадим Петрович (19.4.1975, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Семён‑Петровский а.), химик. БР ФА проф. (2016), химия ф. д‑ры (2004), проф. (2009).  БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2015). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1997) шунда уҡ (өҙөклөк м‑н) эшләй (2012 й. алып фәнни эштәр б‑са проректор). 2006 й. башлап “Юганскнефтегаз — Өфө ғилми‑техник үҙәге” ЯСЙ‑ның лаб. мөдире, 2010—12 йй. “РН‑УфаНИПИнефть” ЯСЙ‑ның бүлек начальнигы. Фәнни хеҙмәттәре шыйыҡ фазала тиҙ үтеүсе процестарҙың макрокинетикаһын, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыуҙың физик‑химик ысулдарын өйрәнеүгә арналған. З. ҡатнашлығында БР‑ҙа бәләкәй габаритлы торба рәүешендәге турбулент аппараттар нигеҙендә энергия һәм ресурс һаҡлаусы галобутилкаучуктар, этиленпропилен каучуктар, алкилсульфаттар һ.б. продукттар алыу технологиялары эшләнә һәм производствоға индерелә. 170‑тән ашыу фәнни хеҙмәт, 15 уйлап табыу авторы. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. (2004), Фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт респ. йәштәр пр. (2007), С.Р.Рафиҡов ис. пр. (2002) лауреаты.

Хеҙм.: Физико‑химические основы протекания быстрых жидкофазных процессов. М., 2008 (авторҙ.); Нефтепромысловая химия. Регулирование фильтрационных потоков водоизолирующими технологиями при разработке нефтяных месторождений. М., 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика