• Печать

АКСАКОВ МУЗЕЙЫ, Милли музей филиалы. 2003 й. БР‑ҙың А.м. булараҡ ойошторола. А.м. составына С.Т.Аксаков мемориаль йорт‑музейы һәм Аксаковтар ғаиләһе музейы инә.

С.Т.Аксаков мемориаль йорт‑музейы. Өфөлә, С.Т.Аксаковтың әсәһе яғынан олатаһы Н.С.Зубовтың элекке йортонда урынлашҡан, 1794—97 йй. унда Аксаковтар ғаиләһе йәшәгән. 1978 й. ойошторола. Экспозиция яҙыусының тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы 1991 й. асыла. Музей фондында 4 меңгә яҡын һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Аксаковтың туғандарының, дуҫы Э.А.Эверсмандың, ш. уҡ Е.В.Еварестов (ҡара: Евграф), Н.Ю.Лермонтов, П.П.Толстой ғаиләләренең әйберҙәре; 18 б. уртаһына ҡараған уникаль мебель гарнитуры һаҡлана. Экспозиция 14 залда урынлашҡан. 18—19 бб. башында дворяндар йорто интерьерын һүрәтләүсе мемориаль өлөш Өфө һәм Өфө наместниклығы тарихы, Зубов—Аксаковтарҙың “ғаилә хроникаһы” м‑н таныштыра. Әҙәби бүлектә Аксаковтың уҡыған осоро, театраль‑тәнҡит һәм әҙәби эшмәкәрлеге т‑дағы материалдар урын алған. Бүлектәрҙең береһе славянофил идеологтары И.С. һәм К.С. Аксаковтарға арналған. Әҙәби‑муз. ҡунаҡ бүлмәһендә 19 б. 2‑се ярт. губернатор йорто интерьеры булдырылған. Был залдың документаль материалдары Г.С.Аксаковтың һәм уның ҡатыны Софья Александровнаның [уның башланғысы б‑са 1861 й. тәүге театр бинаһы төҙөлгән (1874 й. янған)] эшмәкәрлеге м‑н бәйле. “О.Г.Аксакованың ҡунаҡ бүлмәһе” бүлеге С.Т.Аксаковтың ейәнсәренең тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған. Аксаков фонды м‑н берлектә музей йыл һайын Халыҡ‑ара Аксаков байрамы, “Аксаков уҡыуҙары”, әҙәби‑муз. кисәләр, боронғо һәм классик музыкаға арналған концерттар, сәнғәт күргәҙмәләре ойоштора. Музей бинаһы — тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы.

Аксаковтар ғаиләһе музейы. Бәләбәй р‑ны Надеждино а. Аксаковтарҙың элекке усадьба йортонда урынлашҡан. 2002 й. асыла. Музей фондында 1 меңгә яҡын һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Аксаковтар гербы һәм шәжәрәһе, уларҙың ғаиләһенең һәм дуҫтарының фотоһүрәттәре һәм портреттары, С.Т.Аксаковтың, уның улдары Константин һәм Ивандың китаптары, “День” (“Көн”; нәшер итеүсеһе һәм мөхәррире — И.С.Аксаков) гәз. 1865 й. донъя күргән бер нисә һаны, Н.А.Протопопов картиналары, Надеждино а. тарихы б‑са материалдар, 19 б. ҡараған мебель гарнитуры. Экспозиция 4 залда урынлашҡан. Музейҙа камера музыкаһы концерттары, әҙәби кисәләр һ.б. ойошторола; 2008 й. алып уның эргәһендә һөнәрселек йорто эшләй.

Әҙәб.: Гудков Г.Ф., Гудкова З.И. С.Т.Аксаков. Семья и окружение: краевед. очерки. Уфа, 1991; Чванов М.А. Корни и крона. Уфа, 1991.

Г.О.Иванова, Т.Е.Петрова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке