ЗАТЛЫ МЕТАЛДАР, алтын, көмөш, ағалтын һәм Д.И.Менделеевтың периодик системаһындағы VIII төркөмдөң ағалтын төркөмө металдары — платиноидтар (иридий, осмий, палладий, родий, рутений). Аҡһыл һоро йәки көмөш төҫлө (алтындан башҡалары) ауыр иреүсе металдар, көмөш м‑н алтын — 960,5°С һәм 1063°С, платиноидтар 1500°С юғарыраҡ булғанда (осмий 3000°С) ирей. Ғәҙәти шарттарҙа һелте һәм к‑та тәьҫиренә химик инертлыҡ м‑н айырылалар. Юғары т‑раларҙа галогендар (400—700°С), һауалағы кислород м‑н химик реакцияға инәләр: иридий һәм родий яҡынса 2000°С, ағалтын 900—1000°С, рутений һәм осмий (осоусан оксид барлыҡҡа килтерә) 500—600°С т‑рала. Башҡортостанда алтын мәғдән һәм һибелмә ятҡылыҡтарҙа, көмөш алтынлы мәғдәндәрҙә осрай; алтын һәм көмөш эйәрсен компоненттар булараҡ баҡыр колчеданы мәғдәндәрендә һәм полиметалл мәғдәндәрҙә таралған. Ағалтын һәм палладий миҡдары хромит мәғдәндәрендә — 3—5 г/т, рифейҙың ҡара һәүерташ ҡатламдарында ошоға ярашлы 3,3 г/т һәм 5,7 г/т етә. Алтын‑сульфид, баҡыр колчеданы һәм баҡыр-кобальт мәғдәндәрендә ағалтын [0,2—0,5 г/т (ҡайһы бер пробаларҙа 1—2 г/т тиклем)], палладий [0,1—2,0 (5—15‑кә тиклем)], родий (0,5‑кә тиклем), иридий һәм рутений [0,3 г/т тиклем (2‑гә тиклем)] табылған. Мулдаҡай һибелмә алтын ятҡылығында (Учалы р‑ны) иридий миҡдары 11,7 г/м3 тиклем барып еткән, ш. уҡ 200—500 г тиклем ауырлыҡтағы самородоктар табылған. 70‑се йй. Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты) Ю.Е.Никитин етәкс. экстракция юлы м‑н сульфидлы полиметалл мәғдәндәренән З.м. сығарыу, уларҙы нефть сульфидтарын һәм сульфоксидтарын файҙаланып айырыу (ҡара: Экстракция), ш. уҡ азотлы һәм көкөртлө полимер сорбенттар ярҙамында сорбциялап концентрациялау (ҡара: Сорбция) схемаларын эшләү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (Н.Ғ.Афзалетдинова, Ғ.Ғ. Бикбаева, Ю.И.Муринов, Р.Ә.Хисаметдинов).

Ю.И.Муринов, Б.Д.Мәһәҙиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика