ДОЛОМАТОВ Михаил Юрьевич (1.11.1954, Өфө), физик‑химик. Химия ф. д‑ры (1993), проф. (1999). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1991). БДУ‑ны тамамлаған (1977). 1979—81 йй., 1985—91 йй. һәм 1998 й. алып Нефтехимия эшкәртеү ин‑тында эшләй: 1986 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 1988 й. — лаб. мөдире. 1991 й. — ӨДНТУ-ла лаб. мөдире, 1993 й. — уҡытыусы, 1994 й. — полимер материалдар технологияһы һәм биҙәкләү производствоһы каф. мөдире, 2010 й. — ӨДИСУ‑ла ғилми‑тикшеренеү лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1991—96 йй. “Нефтегазтехнология” производствоға индереү ғилми‑тикшеренеү үҙәгендә өлкән ғилми хеҙм‑р (Өфө), 2005 й. — Башҡ‑н соц. технологиялар ин‑тының матем. һәм информатика каф. мөдире, 2011 й. башлап БДУ‑ла уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре физик химия һәм күп компонентлы системалар, ш. иҫ. композицион материалдар физикаһы, электронлы феноменологик спектроскопия проблемаларына арналған. Д. тарафынан ҡатмарлы тәбиғи һәм техник системалар торошоноң термодинамик һәм кинетик законлыҡтары билдәләнгән; уларҙы тикшереү һәм матем. моделләү ысулдары эшләнгән; ҡатышмаларҙағы матдәләрҙең оптик һәм башҡа физик‑химик үҙенсәлектәре, молекулаларҙың электрон хәле һәм наносистемалар араһындағы бәйләнештәр табылған. 700-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 45 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Физико-химические основы новых методов исследования сложных многокомпонентных систем. Перспективы практического использования. М., 1991;  Фрагменты теории реального вещества. От углеводородных систем к галактикам. М., 2005; Электронная феноменологическая спектроскопия крови человека в норме и патологии. Теоретические и практические аспекты. М., 2010 (авторҙ.).

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке