ДМИТРИЕВ Юрий Константинович (23.6.1949, Стәрлетамаҡ ҡ.), инженер-технолог. Техник ф. д‑ры (2007). БР-ҙың атҡ. химигы (1998). ӨНИ‑не тамамлаған (1977). 1970 й. алып “Каустик” ЯАЙ‑нда эшләй: 1995 й. — производство‑техник бүлек, 1996 й. фәнни-техник үҙәк нач., 1997 й. — баш инженеры, 2005 й. — ген. директоры. 2009 й. алып ӨДНТУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында уҡыта. Д. ҡатнашлығында турбулент режимда тиҙ барыусы химик процестар технологияһы һ.б. эшләнеп, производствоға индерелә. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт, 90 уйлап табыу авторы. РФ Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге пр. лауреаты (2004).

Р.Н.Заһиҙуллин

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.