ДИСПЕРСЛЫ СИСТЕМАЛАР, тотош (дисперслы) мөхит эсендә таралған ваҡ итеп онталған өлөшсәләр йәки күҙәүҙәр (бер йәки бер нисә дисперслы фаза) йыйылмаһынан торған гетероген системалар. Өлөшсәләрҙең үлсәменә (дисперслығына) ҡарап — юғары (1 нм алып 0,1 мкм тиклем), түбән (1 мкм һәм унан ҙурыраҡ) һәм уртаса (0,1—1 мкм) Д.с.; өлөшсәләрҙең бер төрлөлөгө б‑са — моно‑ һәм полидисперслы; дисперсия мөхитенең агрегат хәле б‑са — газ (аэрозолдәр, сүс материалдар), шыйыҡ (суспензиялар, эмульсиялар, күбектәр) һәм ҡаты (минералдар, активлаштырылған күмер, аэрогелдәр, газ менән тулыландырылған полимерҙар) дисперслы; фазалар сигендә молекула‑ара тәьҫир итешеү интенсивлығы б‑са — лиофиллы һәм лиофоблы; структураланыу дәрәжәһе б‑са ирекле һәм бәйләнешле Д.с. бүлеп йөрөтөлә. Д.с. яҡшы үҫешкән фаза‑ара өҫкө йөҙгә, уларҙың термодинамик тотороҡһоҙлоғона, юғары адсорбция һәләтенә (ҡара: Сорбция), юғары химик активлығына (ҡара: Катализ) сәбәпсе ирекле энергияның артыҡ булыуына эйә. Д.с. ҡуйылығы уның дисперслы мөхитенең ҡуйылығынан байтаҡҡа ҙур. Башҡортостанда Д.с. етештереү, эшкәртеү һәм файҙаланыу м‑н файҙалы ҡаҙылмаларҙы сығарыу (мәҫ., Башҡортостан баҡыр‑көкөрт комбинаты, “Башнефть” АНК) һәм байыҡтырыу, углеводород сеймалын эшкәртеү (Башҡортостан нефтехимия компанияһы), төҙөлөш материалдары, ашламалар (Минудобрения”), полимер материалдар (“Газпром нефтехим Салават”, 2004 й. тиклем — “Уфахимпром”), резина‑техник изделиелар (Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы), фармацевтик препараттар (Өфө витамин заводы), шәкәр (Мәләүез шәкәр заводы һ.б.), лак һәм буяу (Өфө лак‑буяу заводы), гигиена (“Чародейка”), синтетик йыуыу саралары (“Сода” һ.б.) сығарыу, сүс эшкәртеү һәм буяу (Башҡортостан буҫтау комбинаты) бәйле. Нефть Д.с. физика‑химия өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. ӨНИ‑лә З.И.Сөнәев етәкс. башлана. Д.с. тарҡатыу (нефтте һыуҙан һәм тоҙҙарҙан айырыу, асфальтһыҙлаштырыу ваҡытында файҙаланыла) һәм стабилләштереү (термик крекинг, висбрекинг, кокслаштырыуҙың торба һымаҡ мейестәрендә кокс ултырыуын булдырмау, нефть сығарғанда һәм транспортлағанда парафин ултырыуҙы, резервуарҙарҙа ултырмалар булдырмау, нефть продукттарының эксплуатациялау һәм экологик үҙенсәлектәрен көйләү өсөн ҡулланыла) ысулдары эшләнә. Нефть Д.с. дисперслы фаза сифатында нефть ҡалдыҡтарын карбонизациялау ваҡытында барлыҡҡа килгән шыйыҡ кристалдар булған айырым бер тибы билдәләнә һәм өйрәнелә. Тикшеренеүҙәр нигеҙендә нефттең анизотропик структуралы коксын (Р.Н.Ғимаев), анизотропик нефть пекын (Л.В.Долматов), иҫкәртеү сараларын (П.Л.Ольков) алыу технологиялары булдырыла. Нефть Д.с. өйрәнеүгә А.С.Эйгенсон, Р.З.Сафиева һ.б. ҙур өлөш индерә. ӨДНТУ‑ла Башҡ‑н нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑ты, Нефтехимия эшкәртеү ин‑ты, “Азимут” ҒПБ (Өфө) м‑н берлектә — скважиналарҙы беркетеүҙең ҡатмарлы осраҡтары өсөн тампонаж эретмәләр (ҡара: Быраулау) һәм ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу маҡсатында файҙаланылған башҡа реагенттар, Органик химия ин‑ты һәм “Газпром нефтехим Салават” ААЙ м‑н инверт эмульсия рº¢ ешендºге эретмәләр ´ең термик яҡтан сыҙамлы эмульгаторҙарын, стабилизаторҙарын (сәнәғәт күләмендә һынауҙар “Уренгойгазпром” ЯСЙ‑нда һәм “Сахалинморнефтегаз” ААЙ‑нда үткәрелә) алыу технологиялары уйлап табыла. Шулай уҡ ҡара: Һыу таҙартыу, Коллоидтар химияһы, Күп фазалы системалар механикаһы, Онтаҡ металлургияһы.

Әҙәб.:  Сюняев З.И., Сафиева Р.З., Сюняев Р.З. Нефтяные дисперсные системы. М., 1990; Нефтяной игольчатый кокс: структура и свойства. Уфа, 1996; Сафиева Р.З. Физикохимия нефти. Физико-химические основы технологии переработки нефти. М., 1998.

Р.Н.Ғимаев, В.П.Малинская

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке