ДЖЕМИЛЕВ Усеин Меметович (15.5.1946, Үзбәк ССР‑ы Осман Йосопов а.), химик-органик. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (1990), БР ФА акад. (1991), химия ф. д‑ры (1977), проф. (1983). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1984). Ҡаҙаҡ химия-технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1968) Ҡаҙаҡ ССР‑ы ФА-ның Химия фәндәре ин‑тында эшләй (икеһе лә — Чимкент ҡ.). 1970—91 йй. Химия ин‑тында: 1977 й. алып лаб. мөдире, бер үк ваҡытта 1981 й. башлап дир. урынбаҫары. 1992 й. алып БР ФА‑ның Нефтехимия һәм катализ ин‑ты дир., лаб. мөдире, 2016 й. — баш ғилми хеҙм-ре, бер үк ваҡытта 1993—2006 йй. РФА Өфө ФҮ Президиумы рәйесе урынбаҫары, 2011—16 йй. рәйесе. Фәнни хеҙмәттәре органик, металорганик химия һәм металл комплекслы катализ өлкәләрендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Д. етәкс. поли‑ һәм гетероциклик, кластерлы һәм каркас структуралы берләшмәләрҙе бер стадиялы синтезлау ысулдары уйлап табыла; азотлы, кислородлы, көкөртлө һәм металорганик берләшмәләрҙең үҙ-ара тәьҫир итешеүсе бәйләнешле диендар м-н теломеризация, атомдарҙы, бәләкәй һәм аҙ тотороҡло молекулаларҙы һ.б. каталитик активлаштырыу  өлкәһендә яңы йүнәлештәр эшләнә; олефин һәм ацетилендарҙы этилмагнийлау һәм цикллы металлауҙың каталитик реакциялары асыла (ҡара: Джемилев реакцияһы). Д. тикшеренеүҙәре үҙгәрмәүсән металдарҙың металл циклдары химияһы үҫешенә башланғыс була. Уның етәкс. норборнадиен, хлорнорборнен  һ.б. (“Салаватнефтеоргсинтез” ААЙ; ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) һәм этиленды окисхлорлау өсөн микросфера рәүешендәге катализаторҙар (“Каустик” ААЙ) алыу технологиялары уйлап табыла һәм етештереүгә индерелә; иммуностимуляторҙар (бисол, купробисан һ.б.), нефть сәнәғәте өсөн реагенттар, фунгицидтар (базуран) һ.б. алыуҙың ғәҙәти булмаған технологиялары эшләнә. Органик һәм металорганик синтезлауҙа металл комплекслы катализ б‑са фәнни мәктәпкә нигеҙ һалыусыларҙың береһе (Г.А.Толстиков м‑н берлектә). 870-тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 830-ҙан ашыу уйлап табыу авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. (1990), РФ‑тың Дәүләт пр. (2003), Башҡортостан комсомолы (1979), А.М.Бутлеров ис. (2009), В.Н.Ипатьев ис. (2015) пр. лауреаты. 1‑се (2001) һәм 2‑се (1999) дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн”, Салауат Юлаев (2016) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Металлокомплексный катализ в органическом синтезе. Алициклические соединения. М., 1999 (авторҙ.); Hydrometallation of unsaturated compounds //Modern reduction methods. New York, 2008 (авторҙ.); Hydro-, carbo- and cycloalumination of unsaturated compounds //Modern Organoaluminum Reagents. Vol.41. Berlin, 2013 (авторҙ.).

В.Н.Одиноков

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.