ДЕСИКАНТТАР (лат. desicco — ҡоротам), пестицидтар төркөмөнән химик препараттар, а.х. үҫемлектәренең өлгөрөүен тиҙләтеү һәм уңышты урып‑йыйыуҙы еңеләйтеү маҡсатында үҫемлектәрҙе бер аҙ киптереү өсөн ҡулланыла. Химик яҡтан органик (фосфоний к‑талары нигеҙендә алынған глифосат һәм глюфосинат, бипиридилий нигеҙендә — дикват һ.б.) һәм органик булмаған (магний хлораты, кальций цианамиды, натрий роданиды) Д. айырыла. Д. күбеһе гербицидтар һәм дефолианттар булып тора; тәьҫир итеү характеры Д. физик‑химик үҙенсәлектәренә, дозаһына һәм ҡулланыу ваҡытына, эшкәртелә торған а.х. культураһы төрөнә бәйле. Башҡортостанда көнбағыш һәм башҡа а.х. культураларын урыпйыйыу алдынан аҙыраҡ киптереү өсөн 20 б. 80‑се йй. алып — реглон (дикваттың һыуҙағы эретмәһе), 90‑сы йй. уртаһынан глифосат һәм глюфосинат нигеҙендәге препараттар ҡулланыла. Фосфоний к‑таларын алыу технологияһы Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр институтында эшләнә (Е.И.Масленников, Б.П.Струнин һ.б.).

А.М.Давыдов

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018