ДӘМИНЕВ Рөстәм Риф улы (2.6.1972, Стәрлетамаҡ ҡ.), нефтехимик. БР ФА проф. (2016), техник ф. д‑ры (2006), проф. (2015). БР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (2005), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2016). ӨДНТУ‑ны тамамлаған (1994). 1998 й. алып ӨДНТУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында эшләй: 2007 й. башлап дир. урынбаҫары, бер үк ваҡытта дөйөм химик технологиялар каф. мөдире, 2011 й. башлап директор. Фәнни хеҙмәттәре химик‑технологик процестарҙы (изомерлаштырыу, гидрирлау һ.б.) интенсивлаштырыу өсөн физик ысулдарҙы ҡулланыуға, электр‑магнит ҡыры эсендә файҙаланыу өсөн яраҡлаштырылған ҡаты хәлдәге  катализаторҙарҙы һ.б. эшләүгә арналған. Д. ҡатнашлығында СВЧ‑нурланышы файҙаланылған технологиялар (эзбизташты үртәү, натрий амальгамаһын тарҡатыусы – гратонды реактивациялау, углеводородтарҙы каталитик дегидрирлау) һәм углеводородтарҙы дегидрирлау өсөн электродинамик реактор; сода етештереүҙә барлыҡҡа килгән ныҡ минералланған ҡалдыҡ һыуҙарынан кальций пероксиды алып утилләштереү алымы уйлап табыла. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 22 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Гетерогенно-каталитические промышленные процессы под действием электромагнитного  излучения   СВЧ-диапазона.  М.,  2006 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов