АКСАКОВ ГИМНАЗИЯҺЫ №11, Өфө ҡалаһы. 1828 й. Өфө ир балалар гимназияһы булараҡ нигеҙ һалына. 1919 й. алып 2‑се һанлы 2‑се баҫҡыс мәктәп, 1934 й. — Л.А.Галанова ис. 11‑се урта мәктәп, 1995 й. — 11‑се Аксаков мәктәп‑гимназияһы, 1998 й. гимназия статусын ала. Гимназияла Аксаковтарҙың әҙәби һәм рухи мираҫын өйрәнеүгә, Аксаковтар урындарына экскурсиялар ойоштороуға, Халыҡ‑ара Аксаков байрамдарында, Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәрендә ҡатнашыуға һ.б. ҙур иғтибар бүленә. Мәктәп тарихы музейы эшләй. 1960 й. алып уҡыу йортон 3,1 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында Н.Н.Барсов, Т.М.Ғарипов, А.Ә.Ғәлиев, В.Д.Ильичёв, Ә.Р.Кинйәкәйев, Р.Ғ.Кузеев, Р.Х.Ҡудашев, Б.М.Миркин, Л.И.Нагаева, Р.Ғ.Нәзиров, Ю.Д.Поройков, Ю.И.Пузин, М.Д.Рамаҙанов, Р.В.Сөләймәнов, В.М.Тучкевич, В.И.Хрулёв, Р.Ғ.Хәкимов, Д.М.Шәйех‑Әли, Г.Я.Щепкин, Рәмил М.Әсәҙуллин. Гимназия Иван Аксаков ис. гимназия (Пазараджик ҡ., Болгария) м‑н хеҙмәттәшлек итә.

Н.Р.Ғәниева, С.Ю.Яковлева

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.