ГРАФИТ (гр. grapho — яҙам), минерал, углеродтың аллотроп модификацияһы, С. Һоро-ҡара төҫтәге металл ялтырауыҡлы кристаллик матдә, гексагональ-ҡатламлы структуралы; tиреү 3850°С, ҡатылығы 1—2, тығыҙлығы 2230 кг/м3, йәбешмәлеге ярайһы камил. Ҡыҙҙырыуға сыҙамлы, электр үткәреүсән, анизотроп үҙсәнлектәргә эйә. Юғары т‑раларҙа, фтор, хлор, органик булмаған к‑талар, һелтеле һәм һелтеле‑ер металдары м-н индерелмәле берләшмәләр  төҙөй, 700°С‑та кислород м-н үҙ‑ара тәьҫир итешә. Барлыҡҡа килеүе б-са — тәбиғи (метаморфик һәм магмалы тау тоҡомдары, пегматиттар, скарндар, кварц юлаҡтары, метеориттарҙағы тәңкә йәки бөрө һымаҡ тығыҙ агрегаттар рәүешендә) һәм яһалма Г. (кокстан, пектан, пироуглеродтан йәки кокс-күмер материалдары ҡатнашмаларынан алынған); структур үҙенсәлектәре б‑са кристалл булыуы асыҡ күренеп торған, күренмәгән һәм кристалл хәленән күсеүсе Г. айыралар. Башҡортостанда ваҡ тәңкәле Г. Тараташ һәм Мәҡсүт метаморфик комплекстары, Белорет метаморфик комплексында таралған. 20 б. 70‑се йй. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда һәм ӨНИ‑лә бөтә төр кокстарҙы етештереү технологияларының фәнни нигеҙҙәре эшләнгән (Р.Н.Ғимаев, В.П.Запорин, А.Ф.Красюков, Р.Х.Садиҡов, М.М.Әхмәтов), был технологиялар б-са алынған юғары сифатлы яһалма Г. металлургияла (утҡа сыҙамлы материал булараҡ), ядро (реакторҙарҙа нейтрондарҙы яйлатҡыс), космос (пластмассаларҙы тултырыусы материал сифатында; графитопластар) һәм хәрби сәнәғәттә (йылытҡыс элементтар яһау өсөн) файҙаланыла. 80—90-сы йй. БДУ‑ла һәм БДПИ‑ла И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть һәм газ акад. м‑н берлектә нефть сеймалы нигеҙендә алмас барлыҡҡа килтереүсе графит һымаҡ материалдарҙы (“ҡыҫылған Г.”) алыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелгән (З.И.Сөнәев, Р.А.Шәрипов). Респ. металлургия, машиналар эшләү һәм химия з‑дтарында Г. футеровкалау йәки электрод материалы, антифрикцион һәм майлау материалдарының компоненттары сифатында файҙаланыла.

Әҙәб.: Годовиков А.А. Минералогия. М., 1975; Шулепов С.В. Рекристаллизованный графит. М., 1979; Искусственный графит /В.С.Островский [һ.б.]. М., 1986.

А.А.Алексеев, М.М.Әхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика