ГИДРОИЗОЛЯЦИЯ ҺӘМ ТҮБӘ ЯБЫУ МАТЕРИАЛДАРЫ, файҙаланылған сеймалдың төрө б-са органик булмаған (цемент һәм балсыҡ нигеҙендә), органик (битумлы, битум-полимерлы; полиэтилен, поливинилхлорид нигеҙендә полимерлы; полиуретан ыҫмалалары һәм эпоксид ыҫмалалары), металл (цинкланған һәм цинкланмаған ҡорос, еҙ, алюмин, баҡыр, ҡурғаш) Г.һ.т.я.м. бүләләр. Улар һыу үткәрмәй, яуын-төшөмгә, эҫегә һәм һыуыҡҡа сыҙамлы, ш. уҡ юғары дымлылыҡ шарттарында оҙайлы файҙаланыуға яраҡлы. Органик булмаған Г. һәм т.я.м. — биналарҙың түбәләрен ябыу, ер аҫты ҡоролмаларын гидроизоляциялау, органиктары — төҙөлөш ҡоролмалары ҡатламдарын һыуҙан һәм парҙан изоляциялау, төҙөлөш конструкцияларын һәм үткәргес торбаларҙы коррозиянан һаҡлау өсөн, металдан эшләнгәндәре ҡайһы бер ҡоролмаларҙың химик яҡтан сыҙамлы иҙәндәрендәге деформацияланыу ектәрендә компенсаторҙар яһау, ектәрҙе изоляциялау һәм тығыҙлау өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. уртаһынан “Сода” ААЙ-нда асбоцемент түбә ябыу материалдары — төрлө төрҙәге шиферҙар — сығарыла. Рулонлы түбә ябыу материалдарын сығарыу (йылына яҡынса 4 млн м2) “Кровля” ЯСЙ-нда һәм “Кровлестом” ЯСЙ-нда (Ишембай ҡ.) үҙләштерелгән; 90‑сы йй. алып өҫтөнә ирегән металл йүгертелгән арматураланған битум-полимер материалдар (бикрост, бикроэласт, рубитекс һ.б.), ябыу материалдары (битум черепица һ.б.) сығарыла. “Эре панелле йорттар төҙөү” ААЙ‑нда төрлө төҫтәге полимер м-н ҡапланған цинкланған ҡорос металл‑черепица, Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводында “Элон” түбә ябыу материалын етештереү үҙләштерелгән. БР Төҙөлөш комплексы ғилми‑тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ һәм етештереү ин‑тында файҙалы Г. һәм т.я.м. эшләү б-са тикшеренеүҙәр үткәрелә, МКА маркалы рулонлы гидроизоляциялау материалы (быяла туҡыма м-н берләштерелгән полиэтилен плёнка) технологияһы уйлап табыла (Г.Н.Гельфман, С.И.Кокорев, С.Ш.Сайтиев) һәм уны етештереү үҙләштерелә, 1971 й. алып 1 млн м2 ашыу сығарылған. Материалды БР-ҙың (Өфө) һәм РФ-тың (Ҡазан, Мончегорск, Силәбе ҡҡ. һ.б.) сәнәғәт пр-тиеларында биналарҙың химик яҡтан сыҙамлы иҙәндәрен һалыу һәм түбәләрен ябыу өсөн файҙаланалар. Нефтехимия эшкәртеү институтында (С.Л.Александрова, В.М.Коробкова, Ю.А.Кутьин, Б.Г.Печёный һ.б.) битум‑полимер материалдар, мастикалар сығарыу технологиялары табылған, улар “Кровля”, “Кровлестом” һ.б. пр-тиеларҙа индерелә.

Ю.А.Кутьин, В.В.Яковлев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика