ГЕРЧИКОВ Анатолий Яковлевич (29.4.1943, Куйбышев өлк. Куйбышев ҡ.), физик-химик. Химия ф. д‑ры (1995), проф. (1998). Почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2005). Һарытау ун‑тын тамамлаған (1965). 1969—91 йй. һәм 1993 й. алып БДУ‑ла эшләй (2003—10 йй. химия ф‑ты деканы), 1991—93 йй. Органик химия ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р. Фәнни хеҙмәттәре органик берләшмәләрҙең радикал-сылбырлы окисланыу механизмын һәм кинетикаһын, тәбиғи һәм синтетик антиоксиданттарҙың үҙәнсәлектәрен өйрәнеүгә арналған. Г. тарафынан дарыу препараттары, аҙыҡ продукттары һ.б. органик материалдарҙың юғары т‑рала окисланғандағы деструкцияһын тотороҡландырыусы яңы матдәләр тәҡдим ителә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 12 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика